1-се республика полилингваль гимназияһында көн һайын башҡорт теле көнөнә арналған саралар уҙғарыла. Уҡыусыларҙың һәр көнө күңелле һәм файҙалы үтә. Тәнәфес мәлдәрендә балалар күңелле итеп «Йәшерәм-йәшерәм яулығымды», «Аҡ тирәк-күк тирәк» кеүегерәк хәрәкәтле уйындар уйнайҙар. Уҡыусылар башҡорт халыҡ бейеүҙәренең ҡайһы бер элементтары менән танышалар. “Алтын тирмә”, “Йондоҙло сәғәт” интеллектуаль бәйгеләрҙә көс һынашалар.
Ниндәй байрам йыр-моңһоҙ булһын? Гимназияла бөгөн йырҙар бәйгеһе сағыу үтте. Башланғыс класс уҡыусылары “Моңдар шишмәһе” тип аталған фестиваль-конкурсҡа йырҙар әҙерләгән. Һәр класс башҡарыу оҫталығын күрһәтте. Бәйге булғас иң-иңдәр билдәләнә. Жюри ағзалары 3В,4В кластарының сығыштарын яҡшы баһаланылар. Ә оҫталыҡ, артислыҡ буйынса 4Б класына етеүсе булманы. Уларҙы уҡыусылар жюри баһаһына тиклем үк дәррәү ҡул сабып алҡышланылар.
Аҙналыҡ йөкмәткеле дәрестәр, ҡыҙыҡлы уйындар менән дауам итә.
#Башҡорт_теле_көнө
#День_башкирского_языка
#Яҡшыгимназия_1
