Новости

Полезные новости

Новости

13.02.2023

Рәми Ғариповтың тыуған көнө

12 февраль - Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнө. Был көндө күренекле шағирҙың исемен һәм эштәрен изге һүҙ менән иҫкә алабыҙ. 1-се республика полилингваль күп профилле гимназияла Рәми Ғариповҡа арналған дәрестәр үтте. Дәрестәрҙә уҡытыусылар Р.Ғариповтың тормошо һәм ижады хаҡында һөйләне. Уҡыусылар рус һәм башҡорт телдәрендә уның шиғырҙарын уҡынылар, шағирҙың һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы тыңланылар, викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр. 4Д класы уҡыусылары Рәми Ғариповтың тормош юлы менән таныштылар, уның туған телде популярлаштырыу өсөн хәстәрлек күреүе тураһында бик күп мәғлүмәт белделәр. Рәми Ғарипов- илдәрҙең, телдәрҙең, халыҡтарҙың барыһын да тигеҙ үҫеш алырға хаҡлы булыуын, телдәрҙең тигеҙлеген яҡлаған бөйөк шәхес. Уның ижадының бөйөклөгө рухи донъябыҙҙа йылдан-йыл ныҡлы тамырлана һәм уҡыусылар күңелендә оҙаҡ һаҡланыр.
#РәмиҒарипов #91йәш #яҡшыгимназия1


Возврат к списку


Задать вопрос

!
!
Отмена