27 октябрҙә Ғәли Ибраһимов исемендәге 2-се Башҡорт лицейында «Илһам” шиғыр һөйләүселәрҙең XVI ҡала конкурсы үтте. Конкурс йәш быуында туған телгә, мәҙәниәткә һөйөү уятыуға, Тыуған илгә, әҙәбиәткә ихтирамлы мөнәсәбәт булдырыуға йүнәлтелгән. 1-се республика полилингваль күп профилле гимназиянан шиғыр бәйгеһенең ҡала этабында 3 уҡыусы ҡатнашты. Конкурста ҡатнашҡан ҡайһы бер балаларҙың сәхнәлә сығыш яһаған тәжрибәһе бар ине, ә кемдер сәхнәгә беренсе тапҡыр сыҡты. Бәйгелә ҡатнашыусылар тәҡдим ителгән өс темаға ла шиғыр әҙерләнеләр. Был мәртәбәле конкурста 1-се А класы уҡыусыһы Мирхәйҙәров Рифат 3 урын (етәксеһе Ҡотлозаманова Г.Я.), 9Д класы уҡыусыһы Ҡасимов Линар 3 урын, 5В класы уҡыусыһы Кәримов Нурсолтан 2 урын яуланы. Уларҙы шиғыр бәйгеһендә уңышлы сығыш яһауҙары һәм призлы урындар яулауҙары менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижади уңыштар, яңы үрҙәр теләйбеҙ!