Бөгөн - Башҡортостандың Дәүләт флагы көнө
25 февралдә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө билдәләнә. 1992 йылдың ошо көнөндә БАССР-ҙың Юғары Советы республика дәүләтселегенең рәсми билдәләренең береһенә әйләнгән яңы флагты раҫлай.
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагында зәңгәр төҫ – Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының асыҡлығын, изгелеген һәм уй-ниәттәренең сафлығын; аҡ төҫ – Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының тыныслыҡты һөйөүен, эскерһеҙлеген, үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә әҙер булыуын; йәшел төҫ – иректе, тормоштоң мәңгелеген аңлата.
Ҡурай сәскәһе – дуҫлыҡ символы, уның аҡ буй уртаһында урынлашҡан ете таж япрағы Башҡортостан Республикаһы территорияһында йәшәүсе халыҡтарҙың берләшеүенә нигеҙ һалыусы ете ырыуҙы символлаштыра.