25 апрелдә «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант- 2020” акцияһы уҙғарыла. Ул тәүге тапҡыр онлайн форматта ойошторола. Халыҡ-ара белем биреү акцияһында ҡатнашыу өсөн алдан https://bashkdictant.ru/ сайтында теркәлеү үтеү мотлаҡ. 25 апрелдә иртәнге сәғәт 11:00 -ҙә (Өфө ваҡыты менән) “БСТ” каналында, “Бәйләнештә”, «Instagram» социаль селтәрҙәрендә, «YouTube» каналында дикторҙар диктант текстын тура эфирҙа уҡый башлай:
– 11:00 сәғәттән 11:20 тиклем – башҡорт телен яңы башлап өйрәнеүселәр өсөн;
– 11:30 сәғәттән 11:55 тиклем – башҡорт телендә иркен аралашҡандар өсөн;
– 12:00 сәғәттән 12:20 тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.
https://vk.com/school44_ufa?z=video-164911290_456239069%2Fd070d318b3af73ed9b%2Fpl_wall_-164911290