Новости

Полезные новости

Новости

14.12.2020

14 декабрь - Башҡорт теле көнө


                                                             “Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен

                                                                Бер телдән дә телем кәм түгел –

                                                                Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,

                                                                Кәм күрер тик уны кәм күңел,”-

тип яҙған Башҡорт халыҡ шағиры Рәми Ғарипов. Ысынлап та, тел ҡәҙерен тик ошо телдә һөйләшкән кешеләр генә белә. Тел беҙгә бер- беребеҙ менән аралашырға, ошо телдә фекер йөрөтөргә, китап- журналдар уҡырға, йыр тыңларға, телевизор, кино, спектаклдәр ҡарарға ярҙам итә. Шулай уҡ тел ярҙамында үткән тарихыбыҙ, ата- бабаларыбыҙҙың яҙмышын,халыҡтан күсә килгән әҙәби мираҫ, йолалар, мәҙәниәт һәм сәнғәт тураһында беләбеҙ. Тел беҙҙең алда бөтә мөмкинселектәр аса- иренмә, уҡы, өйрән, бел, ҡәҙерлә, һаҡла һәм киләсәк быуындарға тапшыр. Бына ошондай мөһим бурыс тора хәҙерге мәлдә башҡорт теле уҡытыусылары алдында. Беҙҙең мәктәптә үҙ эшен яратҡан, яҡшы белгән, балалар менән төрлө саралар үткәргән уҡытыусылар эшләй.

     Хөкүмәтебеҙ быйылғы йылды Башҡорт теле йылы тип иғлан итте. Телебеҙҙең мәртәбәһен күтәреп, мәктәптә башҡорт теле айлығы үткәрҙек. Башҡорт телендә асыҡ дәрестәр, кластан тыш саралар һәр параллелдә үтте.

     Башланғыс кластарҙа Гөлшат Ҡотлозаманова “Мөғжизәләр яланы”, шулай уҡ башҡорт шағиры Баязит Бикбайҙың “Туған тел” шиғырына флешмоб яҙҙырҙы. Айһылыу Әмирова “Уйын-дәрес “, Әлмира Исхакова “Әкиәттә ҡунаҡта”, 7Д класында “Йондоҙло сәғәт” сараларын балалар яратып ҡабул иттеләр. Музыка уҡытыусыһы менән бергә Гөлшат Ҡотлозаманова, Алһыу Хәйретдинова, Айгөл Сәғитова 5 класс уҡыусылары менән башҡортса хор яҙҙырҙылар. 5 кластар “Алтын тирмә” уйынын ҙур теләк менән уйнаны. Айгөл Фәнил ҡыҙы, Ләлә Хафиз ҡыҙы, Алһыу Марс ҡыҙы 6-7 кластарға “Башҡорт телен өйрәнәм” веб-квестын тәҡдим иттеләр. 8 кластар тел буйынса викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр, еңеүселәр татлы приздар алып ҡыуанды. “Башҡорт телен өйрәнәм” темаһына Айһылыу Камилевна башланғыс класс уҡыусылары менән мультфильм төшөрҙө. 9 кластарға башҡортса нәфис фильм тәҡдим ителде.

Район, ҡала, юғары уҡыу йорттары үткәргән сараларҙа ла әүҙем ҡатнаштыҡ.

Күңелле хәбәрҙәргә, еңеүҙәргә бай булды телебеҙгә арналған айлыҡ. “Шаяниум” КВН ҡала конкурсында беҙҙең мәктәп командаһы финалист булды һәм сертификат менән бүләкләнде. Әкиәттәрҙән мультфильм төшөрөп Сафина Ралина 1-се урын, Әмирова Самира 2-се урын алдылар һәм сертификат менән бүләкләнделәр.

         Ләлә Хафиз ҡыҙы Сафина 24 ноябрҙә “Якласс” платформаһында туған телдәрҙе һәм сит телдәрҙе өйрәнеү” темаһына арналған Бөтә Рәсәй вебинарында алып барыусы- спикер булды. 11 декабрҙә”Ашҡаҙар” радиоһында “Башҡорт телен уҡытыу методикаһы” тураһында сығыш яһаны.

      Яҡташыбыҙ дипломат Кәрим Хәкимовтың 130 йыллыҡ юбилейына арналған интернет- викторина һорауҙарына яуап биреп, 47 уҡыусы сертификат алды. МАН буйынса фәнни- тикшеренеү эштәрендә өс уҡыусы төрлө темаға яҙылған эштәре менән сығыш яһаны. Башҡорт дәүләт университеты үткәргән башҡорт теле буйынса дистанцион олимпиадала 9-11 класс уҡыусылары ҡатнашты. Башҡорт халыҡ шағиры Рауил Бикбаев әҫәрҙәренә буктрейлер эшләнек, эссе яҙҙыҡ. “Башҡортостандың 100 шағиры” конкурсына эштәр ебәрҙек. Айлыҡ эштәрҙең йомғаҡлауы булып 11декабрҙә үткән башҡорт теленән олимпиада булды. Был үткәрелгән саралар уҡыусылар күңелендә оҙаҡ һаҡланыр, башҡорт теленә һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләр, тип ышанам.

 

 


Возврат к списку


Задать вопрос

!
!
Отмена