Новости

Полезные новости

Новости

08.10.2020

“Иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусылары” конкурсы

   Бөгөн Өфөлә башҡорт һәм рус телдәренән белем биргән иң яҡшы 50 уҡытыусыны бүләкләү тантанаһы уҙҙы.

  Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең “Иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусылары” конкурсында беҙҙең 44-се полилингваль күп профилле мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләлә Хафиз ҡыҙы ҡатнашты һәм еңеп сыҡты.

  Ул Башҡортостан Республикаһының дипломы һәм аҡсалата премияға лайыҡ булды.
Хөрмәтле коллегабыҙҙы еңеүе менән ҡотлайбыҙ, баһалап бөтөргөһөҙ хеҙмәтенә рәхмәт белдерәбеҙ һәм киләсәктә ижади үрҙәр, тынғыһыҙ эшендә уңыштар, ғаилә бәхете теләйбеҙ!


Возврат к списку


Задать вопрос

!
!
Отмена