Новости

Полезные новости

Новости

20.02.2023

#халыҡаратуғантелдәркөнө

20 февралдә гимназияла туған телдәр көнөнә арналған әҙәби-музыкаль кисә үтте. Уны башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлшат Йәмил ҡыҙы Ҡотлозаманова башланғыс класс уҡыусылары менән әҙерләне. Кисәлә һәр бала үҙ әсә телендә шиғырҙар һөйләне, йырҙар йырланы, бейеүҙәр башҡарҙы. Заһитова Айгөл һәм Килсенбаев Тимур сараны йәнле итеп алып барҙылар. Шәехова Карина менән Исмәғилев Артур башҡарған татар һәм башҡорт халыҡ бейеүҙәрен уҡыусылар дәррәү алҡыштар менән ҡаршыланы. Ковина Валерия, Әсәҙуллина Ләйлә рус һәм башҡорт телдәрендәге йырҙары менән һөйөндөрҙө. Һәр номер башҡорт, рус телдәрендәге шиғырҙар менән үрелеп барҙы. Тамашасылар ял итеп, яңы көс-дәрт алып, сараны ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп таралдылар.

#халыҡаратуғантелдәркөнө
#туғантелем
#яҡшыгимназия1

MyCollages (1).jpg


Возврат к списку


Задать вопрос

!
!
Отмена