Новости

Новости школы

Новости

27.05.2021

«Урал батыр» эпосы конкурсы

«Урал батыр» эпосын ятҡа һөйләүселәрҙең ҡала конкурсы 27 майҙа онлайн форматта үтте. Беҙҙең 44-се һанлы полилингваль күп профилле мәктәптән ике уҡыусы ҡатнашты. Улар 4А класы уҡыусыһы Тимур Мирхәйҙәров һәм 7Д класы уҡыусыһы Линар Ҡасимов. Тимур конкурста беренсе йыл ғына ҡатнашып эпостың йөҙ юлын ятлап, өсөнсө урын алды. Ҡасимов Линар был конкурста икенсе йыл ҡатнашып тәжрибә туплаған. Былтыр ете йөҙ юл ятлап, беренсе урын яулаһа, быйыл да һынатманы. 1500 юл ятлап ҡала конкурсында еңеү яуланы һәм республика конкурсында ҡатнашырға хоҡуҡ алды. Уңыштарың менән ҡотлайбыҙ, Линар! Киләсәктә лә һынатма, һәр саҡ тырыш, ныҡышмал бул, маҡсаттарыңа иреш, яңы еңеүҙәргә өлгәш!
 

Возврат к списку


Задать вопрос

!
!
Отмена